Башкортостанда техник һәм таҙа фосфор кислотаһы етештереү буйынса предприятие төҙөү күҙаллана

Инвестиция проекты бөгөн сираттағы инвестиция сәғәтендә Башҡортостан башлығына тәҡдим ителде. Эшҡыуарҙар яҡынса 20 гектар майҙанда фосфор кислотаһы етештереүҙе йәйелдерергә ниәтләй. Тәүге этапта инвестор проеткҡа бер миллиард 900 миллион һум аҡса йүнәлтергә ниәтләй.

Инвестиция сәғәтендә ҡаралған тағы ла бер проектты «Башнефть-добыча» предприятиеһы тәҡдим итте. Ул компанияның етештереү фондтарын яңыртыуға ҡағыла. Шулай уҡ «Тиҙ туҡланыу селтәрен үҫтереү» йәмғиәте лә дәүләт яроҙамына иҫәп тота. Был предприятие төбәктә «Ростикс» ресторандар селтәрен үҫтерә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ