Республиканың мәктәп туҡланыуын ойоштороу илдә иң яҡшы тәжрибә тип танылды

Социаль ойошмаларҙы, атап әйткәндә, мәктәп һәм балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа туҡландырыуҙы ойоштороу системаһын үҙгәртеп ҡороу яҡшы һөҙөмтә бирә. Социаль туҡланыуҙы күҙәтеү идаралығы эшләп килә, ата-әсәләр тарафынан ялыуҙар ҙа кәмегән.

Балаларҙан рәхмәт һүҙе ишетеү һәм ашағандан һуң буш тәрилкә ашнаҡсылар эшенә яҡшы баһа. Өфөнөң Дим районындағы 252-се балалар баҡсаһында туҡланыу дүрт тапҡыр ойошторолған. 2021 йылда асылған мәктәпкәсә учреждениела кескәйҙәр төркөмдәрҙә түгел, ашханала ашай.

Бер йыл элек кенә ашханала ашата башланыҡ. Уңайлы, бер юлы 150 баланы ултыртып була. Меню Балаларҙы туҡландырыу үҙәгенән килә. Һәр миҙгел өсөн алдан билдәләнә. Балаларҙың йәшенә һәм аллергиянан интегеүселәрҙе иҫәпкә алып биш төрлө меню буйынса ашатабыҙ.

Татьяна Пивоварова, Өфө ҡалаһының 252-се балалар баҡсаһы мөдире

Һәр ата-әсә туҡланыуҙы ойоштороу системаһы менән таныша ала. Бының өсөн балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре эш барышы тураһында эҙмә-эҙлекле видеояҙма әҙерләгән.

Өҫтәлгә ҡуйылғанға тиклем социаль ризыҡҡа лаборатор тикшереү үтәкрелә. Өфөләге Һынауҙар үҙәгендә йылдың тәүге яртыһында бер меңдән ашыу анализ яһалған. Һәр учреждение бында йылына ике тапҡыр менюҙағы ризыҡты тикшертә. Бында шулай уҡ сеймалға ла анализ яһала.

Республикала социаль туҡландырыуҙың ыңғай яҡҡа үҙгәреүе тураһында Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙҙы. Республикала балалар баҡсалары һәм дауаханаларҙа туҡланыуҙы ойоштороуҙы тикшереү вәкәләттәре булған Социаль туҡланыу идаралығы эшләй. Радий Хәбиров билдәләүенсә, йыл дауамында ашнаҡсыларҙың аш-һыу әҙерләгәндә технологияларҙы боҙоу осраҡтары күпкә кәмегән.

Ата-әсәләрҙән ялыуҙар ике тапҡырға кәмене. Беҙ дүрт йыл эсендә 2800 тапҡыр тикшереү ойошторҙоҡ, был эш план буйынса һәм мөрәжәғәттәр гә ҡарап та эшләнә. аҙыҡты әҙерләү технологияһын боҙоу 6 тапҡыр кәмене. Балалар өсөн тәғәйенләнмәгән продукцияны файҙаланыу осрағы ла юҡ кимәлендә.

Алина Әсәҙуллина, Башҡортостандың социаль туҡландырыу идаралығы директоры

Башҡортостанда етештерелгән сеймалдан бешереү 71 процентҡа еткән, мәҫәлән, ит 92, йәшелсә 86 процент тәшкил итә. Социаль учреждениела туҡландырыу системаһын яҡшыртыу йүнәлешендә эш дауам итә, тип белдерәләр идаралыҡтан.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ