Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, миҙгел башланғандан алып талпан ҡаҙалып медицина ойошмаларына 700-гә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән. Сағыштырып ҡарағанда, былтыр был күрһәткес өс йөҙгә күберәк булған. Бөжәктең зарарлы булыу-булмауы лаборатория шарттарында асыҡлана. Билдәле булыуынса, ҡала парктары һәм скверҙар - 550 гектарҙан ашыу участка талпандарҙан эшкәртелгән. Шуға ҡарамаҫтан белгестәр тәбиғәткә сығыусыларға хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә саҡыра.






