Башҡортостан милли архивында Өфөнөң 450 йыллығына арналған экспозиция асылды

Ҡала менән таныштырыу 16-18 быуат карталары менән схемаларынан башлана. Унда Ағиҙел йылғаһы буйында Тора-тау башҡорт нығытмаһы эргәһендә ҡала төҙөлөшө башланыуы күрһәтелә. 1728 йылда уны нығытыу, ҡала планын, губернатор йорто төҙөү, төрлө йылдарҙағы тарихи фотоһүрәттәр, революцияға тиклемге, совет һәм хәҙерге осорҙағы башҡа документтар ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Нейротартма ярҙамында фотоһүрәттәрҙе ҙурайтып, ваҡ деталдәрҙе лә күрергә мөмкин. Күргәҙмәлә Өфөнөң тәүге төҫлө фотоһы ла бар. Айырым витрина Бөйөк Ватан һуғышы осорона арналған. Ул саҡта ҡала эвакуацияланған заводтар, учреждениелар, илдең оккупацияланған һәм фронт яны территориялары халҡы өсөн икенсе йортҡа әүерелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ