Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһе асылды

«Беҙ барыбыҙ ҙа бер бөтөндөң өлөшө». Тап ошо исем аҫтында Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһе асылды. Ике тиҫтәгә яҡын ижади эш Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 79 йыл тулыуға арналған. Экспозицияға ир-егеттәрҙең ҡаһарманлығы, көслө рухы, илһөйәрлек, тарихи хәтер темалары сағылыш тапҡан картиналар ҡуйылған. Автор билдәләүенсә, картиналарҙың был серияһын ул махсус хәрби операция башланғас яҙа башлаған.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Рушания Бәҙретдинованың картиналарының мәғәнәһен һәм идеяһын асып биргән фильм күрһәтелде. Республиканың сәнғәт оҫталары сығыш яһаны. Күргәҙмә менән 15 майға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының «Эрмитаж» залында танышырға мөмкин, инеү бушлай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ