Өфөлә «Башҡортостандың гражданлыҡ форумы» үтте

Республикала осҡон сәсеп торған кешеләр эшләй. Был турала Өфөлә үткән «Башҡортостандың гражданлыҡ форумы» барышында федераль эксперттар белдерҙе. Бөгөн баш ҡалалағы «Торатау» конгресс-холында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы, власть органдарын һәм йәмғиәтте берләштереүсе форум уҙғарылды. Сарала республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Биш йыл эсендә социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмалар республика бюджетынан миллиард һумға яҡын грант ярҙамы алды, тине Башҡортостан башлығы. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Күргәҙмәгә сығарылған сағыу, биҙәкле балаҫтарҙы балалар эшләгән. Оҫталыҡ дәрестәрендә улар йөн тетеү, иләү, сиратыу нескәлектәренә төшөнә, станок ярҙамында ҡул эштәре өлгөләрен яһай. Кәсепселеккә Учалы районындағы «Изгелек өсөн» ойошмаһы уҡытыусылары өйрәтә. Былтыр улар оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу өсөн грант отҡан

Ойошма әлеге ваҡытта махсус хәрби операция яугирҙарына маскировка селтәрҙәре үрә, кәрәк-яраҡ әйберҙәр тегә. Әйткәндәй, һалдаттарға ярҙам итеү маҡсаты республика халҡын берләштереп кенә ҡалманы, күпләп ирекмәндәр ойошмалары барлыҡҡа килде.

Форумдың төп темаһына арналғанған майҙансыҡта илһөйәрлек темаһы ҡаралды. Унда патриотик эште ойоштороу һәм камиллаштырыу буйынса ведомство-ара эшсе төркөм булдырыу тәҡдиме яңғыраны. Шулай уҡ «Гражданлыҡ форумы» барышында проект яҙыу, уны тормошҡа ашырыу өсөн грант алыу юлдары тураһында һөйләнеләр. Юридик мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙарға яуапты Мәскәү белгестәре ҡайтарҙы.

Республикала 6 меңдән ашыу коммерцияға ҡарамаған ойошма теркәлгән. Быйыл улар өсөн Башҡортостан Башлығы гранттары фонды алты йүнәлеш буйынса конкурс иғлан итте. Улар йәмғиәттең төрлө өлкәләренә ҡағылышлы иң яҡшы проекттарға аҡсалата ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы гранттары фондының бюджеты Рәсәй төбәктәре араһында иң ҙуры һанала. Ул 370 миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар Рәсәй Президенты гранты конкурсында ла көс һынай. Мәҫәлән, былтыр республикаға 130 миллион һум аҡса йәлеп итеп, Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан дүртенсе урын алған.

Форум йомғаҡтары Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы пленар ултырышта барланды. Гранттар ярҙамында кино, йәнһүрәт төшөрөлә, спорт ярыштары, бәйгеләр уҙғарыла, мәҙәни, мәғариф форумдары үтә, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, социаль әһәмиәтле проекттар тормошҡа ашырыла. Биш йыл эсендә 3 мең 400-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән, уларҙың 629-ҙы грант алыуға өлгәшкән.

Йылдан-йыл Гражданлыҡ форумында ҡатнашыусылар арта, яңы ойошмалар, социаль әһәмиәтле проекттар барлыҡҡа килә. Бындай форумдарҙың үтеүе - республиканың коммерцияға ҡарамаған өлкәһе өсөн мөһим ваҡиға. Бер майҙансыҡта битараф булмаған кешеләрҙе берләштереү, улар башҡарған эштең мөһимлеген билдәләү мөмкинлеге. Граждандар форумы йомғаҡтары буйынса социаль әһәмиәтле башланғыстар барлыҡҡа килә һәм тормошҡа ашырыла.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ