Владимир Путиндың инаугурацияһы 7 майҙа үтә

Владимир Путиндың инаугурацияһы 7 майҙа Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 12-лә үтә. Был турала ТАСС хәбәр итә. Дәүләт башлығының пресс-секретары Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, ваҡиға алдынан Кремлдә «эшсән» кәйеф күҙәтелә. Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған һайлауҙа Владимир Путин һайлаусыларҙың 87,28 процент тауышын йыйҙы. Башҡортостанда илдең ғәмәлдәге Президенты өсөн электораттың 90,96 проценты тауыш бирҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ