Өфө-Ырымбур трассаһының 45 саҡрымын ремонтлау планлаштырылған

Юл-төҙөлөш миҙгеле аҙағына тиклем Өфө-Ырымбур трассаһының 45 саҡрымын ремонтлау планлаштырылған. Был турала «Приуралье» автомобиль юлдары федераль идаралығынан хәбәр иттеләр.

Әле төҙөкләндереү эше Аэропорт юл сиселешенән алып Булгаков ауылына тиклемге участкала ойошторолған.Бынан тыш Стәрлетамак, Күмертау ҡалаларын урап үткән урындарҙа ла асфальт алыштырыла. Подрядсы компания тарафынан иҫкергән асфальт ҡатламы алынып, яңыһы һалына.

Шулай уҡ хәүефһеҙлек талаптары буйынса юл һыҙаттарын билдәләү ҡаралған. Ремонт алып барылған биләмәлә автоһәүәҫкәрҙәргә иғтибарлыраҡ булыу талап ителә, ваҡытлыса юл билдәләре талаптарын үтәү мотлаҡ. Эш билдәләнгән график буйынса - иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 5-кә һәм киске сәғәт 8-ҙән иртәнге 7-гә тиклем уҙғарыла. Шул уҡ ваҡытта 8 һәм 9 май эш туҡтатылып тора.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ