Дәүләт автоинспекцияһынан белдереүҙәренсә, рейдтар аварияларҙы иҫкәртеү маҡсатында уҙғарыла. Иҫерек водителдәрҙе асыҡлауға, пассажир балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләре үтәлешенә ҙур иғтибар бирелә. “Иҫерек водитель” операцияһы май аҙағына тиклем бара. Республикала шулай уҡ “Йөк машинаһы” тигән рейд дауам итә. Киләһе аҙнала юл полицияһы “Хәүефһеҙлек ҡайышы”, “Тонировка”, “Ҡаршы һыҙат” тигән иҫкәртеү саралары уҙғара.







