Шылтыратыусылар үҙҙәрен страховка фирмаһы вәкиле итеп таныта, ҡағыҙ полисты электрон документҡа алмаштырырға, йә ҡулланыу ваҡытын оҙайтырға тәҡдим итә. Артабан, телефонға мобиль ҡушымта урынлаштырырға күндерә. Был программа ярҙамында шәхси мәғлүмәттәрҙе асалар. Медицина полистарын ҡулланыу ваҡыты сикләнмәгән. Ҡағыҙ документтарҙы дәүләт хеҙмәттәре порталында бушлай алмаштырырға мөмкин. Был мотлаҡ түгел, бер ниндәй ҙә талап ҡуйылмаған.







