Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы” акцияһына ҡушылды. Парламент бинаһында йәшник ҡуйылды. Унда һәр кем яңы уйынсыҡ алып килеп ҡалдыра ала. Акция 15 майға тиклем дауам итә. Уның барышында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының бәләкәй пациенттары өсөн уйынсыҡтар йыйыла.







