Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әлшәй районында Красный Клин һәм Аҡбирҙе ауылдары араһындағы 14 километр юл ремонтлана. Ул “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына индерелгән. Төҙөкләндереү эше өс өлөшкә бүлеп алып барыла. Бының өсөн 328 миллион һум бүленә. Ремонт киләһе йылда тамамланырға тейеш.







