Башҡортостан фермерҙары “Агротуризм” проекты буйынса федераль грантҡа дәғүә итә ала. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ғаризалар ҡабул итә башланы. Документтарҙы 24 майға тиклем тапшырып өлгөрөргә кәрәк. Беҙҙең республика фермерҙары проектта әүҙем ҡатнаша. Өс йылда 9 эшҡыуар 59 миллион һум алған.




