Башҡортостан халҡы баҡса йорттарын ябай шарттарҙа теркәү мөмкинлеге менән әүҙем файҙалана. Республика буйынса Росреестр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл өс айҙа 5 меңдән ашыу кешенән “дача амнистияһы” законына ярашлы мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Халыҡ торлаҡ һәм баҡса йорттары, ер биләмәләре, гараж, аҙбар һәм мунса кеүек ҡаралты биналарҙы иҫәпкә ҡуйған. Рәсәйҙә “дача амнистияһы” законы 2031 йылға тиклем оҙайтылды. Ҡануниәт буйынса 1998 йылға тиклем төҙөлгән шәхси биналарҙы ябай тәртиптә теркәргә рөхсәт ителә.







