Ул алты тирмәнән тора. Бөгөн Радий Хәбиров Ишембай районында был этнокомплексты ҡараны. Иң ҙур тирмә кафе итеп ҡоролған, ул 40 кешегә иҫәпләнгән. Тирмәләрҙә сувенирҙар, ҡул эштәре тәҡдим ителә, йолалар менән танышырға мөмкин, уларҙа оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Ике тирмә ҡунаҡтар өсөн тәғәйенләнә.
Радий Хәбиров "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһы буйынса ял итергә килгән пенсионерҙар менән әңгәмәләште. - Был программаны финанслау мотлаҡ дауам итәсәк. Йыл һайын Башҡортостандың туристик мөмкинлектәрен яҡшыртабыҙ, беҙҙә матур урындар күп, - тине Республика Башлығы.







