Башҡортостандың Росреестр һәм Роскадастр белгестәре 1998 йылдан архивта ҡағыҙ нөсхәлә һаҡланған хоҡуҡ теркәүсе 5 миллионға яҡын документты һанлы форматҡа күсергән. Электрон архив тиҙ арала мәғлүмәт алыу өсөн бик уңайлы, документтарҙы юғалтыу йә иһә боҙоу хәүефе лә кәмерәк, сөнки резерв күсермәләр электрон документтарҙы бындай осраҡтарҙан һаҡлай. Планға ярашлы, ведомство документтарын тулыһынса һанлаштырыу 2027 йылда тамамланырға тейеш.






