Уны файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Тирмәләрҙән торған этно комплекста туристар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Уларҙың эсендә нимә бар? БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева белә.
Торатау бөгөн туристарҙы йыр-бейеүҙәр менән ҡаршыланы. Ял итергә килеүселәр өсөн визит үҙәк янында алты тирмә асылды. Уларҙың иң ҙурында 40 кеше һыйҙырышлы кафе урынлаша. Бер тирмәлә оҫталарҙың һәм һөнәрселәрҙең әйберҙәре тәҡдим ителә. Радий Хәбиров кәсепселәр менән аралашты, уларҙың изделиеларын баһаланы.
Төрлө йыйылыштар өсөн ҡаралған тирмәлә осрашыуҙар ,кәңәшмәләр үткәреләсәк, лекциялар уҡыу ҡаралған. Ял итеүселәргә Башҡортостанды тарихтан тайпылмай, әммә заманса форматта тәҡдим итеү тормошҡа ашырыла.
Тарихи-мәҙәни тирмәлә урындағы оҫталар оҫталыҡ дәрестәре алып бара. Бында балаҫ һуғырға, бәйләргә һәм башҡа шөгөлдәргә өйрәнеп буласаҡ. Ул геопрактың халҡыбыҙ йолаларын, тарихын һәм мәҙәниәтен тәрән белгән, тыуған ерен яратҡан Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән ойошторолған.
Тирмәләр тимер ҡоролма өҫтөндә ултыра. Улар бөтәһе лә заманса йыһазландырылған, электр ярҙамында йылытыла.
Радий Хәбиров Торатауға «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса килгән туристар менән аралашты. Пенсонерҙар проекттың дауам ителеше менән ҡыҙыҡһынды.
Башҡортостан башлығы Ишембай ҡалаһындағы Башҡорт нефтен тәүге асыусыларға бағышланған майҙанда ла булды. Ҡаланың символын ремонтлау быйыл тамамланыр тип күҙаллана. Төбәк етәксеһе октябрь айында уны асыуға килергә теләүен белдерҙе.
Радий Хәбиров Волга буйы федераль округының рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусына инде. Кадет корпусында Рәсәй ғәҙәттә тыш хәлдәр министрлығы һәм илдең Ҡораллы көстәре Һауа-десант ғәскәрҙәре өсөн буласаҡ белгестәр әҙерләнә.Тәрбиәләнеүселәр «Йәш десантсы» , «ҡотҡарыусы-йәмәғәтсе әҙерләү» программалары буйынса уҡый. Корпуста «йәш уҡсы», армия ҡул һуғышы, баскетбол, волейбол, футбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы һәм башҡа бөтәһе ҡырҡтан ашыу түңәрәк һәм секциялар эшләй.
Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Урман Бишҡаҙаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда, «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса Лермонтов урамындағы ихатала, ҡаланың йәштәр һарайында булып уларҙың эшмәкәрлеге менән танышты. Башҡортостан башлығы Ишембайҙың күҙгә күренеп үҙгәреүен, төҙөкләнеүен билдәләне.
Рәмилә Исмәғилева



