Тыуған яҡҡа ялға ҡайтҡан бер төркөм яугирҙарҙың ҡыҫҡа ваҡытлы ялы тамамланды

Бөгөн егеттәр «Өфө-арена» спорт һарайы эргәһенән Республика тарафынан бүленгән автобустарҙа алғы һыҙыҡҡа юлланды. Составтың төп өлөшө махсус хәрби операция биләмәһенә 2022 йылдың көҙөндә мобилизация буйынса эләккән. Ялға тәүге тапҡыр ҙа, икенсегә ҡайтҡандар ҙа бар. Яҡташ яугирҙарҙы алыҫ юлға БЮТ ижади төркөмө оҙатты.

Сәғәт иртәнге һигеҙ, ә «Өфө-арена» спорт һарайы эргәһендә патриотик йырҙар яңғырай, ә майҙанда «Ютонг» турист автобустары тора. Яңы, заманса транспорт сараһында алыҫ юл йөрөү өсөн бар уңайлыҡтар ҡаралған, ә руль артында-тәжрибәле водителдәр. Йәмил Самарбаев 38 йыл автобус йөрөтә.

Яугирҙарҙың күбеһе махсус хәрби операция биләмәһенә мобилизация буйынса эләккән, ялға тәүге тапҡыр ҙа, икенсегә ҡайтыусылар ҙа бар. Отпуск мәлендә егеттәр туғандары, дуҫтары янында булған, йорт-ҡура тирәһендә ярҙам итешкән, осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Яҡташтарыбыҙ алыҫ юлға үҙҙәренә генә түгел, дуҫтары өсөн дә кәрәкле әйберҙәр, күстәнәстәр тейәп алған.

Юлға сығыусыларҙан оҙатыусылар 2-3 тапҡырға күберәк. Уларҙың теләге бер- егеттәр иҫән-һау яҡындары янына әйлнеп ҡатйһын.

Митингта билдәләнеүенсә, Республика яғынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында даими хәстрлек күрелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төбәктә 40-ҡа яҡын социаль ярҙам төрө ҡаралған. Башҡортостандан алғы һыҙыҡтағыларға 100-ҙән ашыу гуманитар ылау оҙатылған, ул егеттәрҙең теләк-ихтыяжын иҫәпкә алып кәрәкле әйберҙәрҙән генә тупланған.

Егеттәр махсус хәрби операция биләмһенә тәүлек ярым тирәһе бара. Алғы һыҙыҡта уларҙы яҡташ яугирҙар көтә. Автобус киләһе төркөмдө туғандары янына алып ҡайта.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ