Ялан шарттарында ла эшлектән сыҡҡан техниканы сафҡа индерергә мөмкинме? Мөмкин, ти «Башҡортостан» полкының ремонт ротаһы яугирҙары. Улар махсус инструментһыҙ ҙа хәрби машиналарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡороп алғы һыҙыҡҡа ебәрә ала. Ҡайһы саҡта ремонтлай алмаҫлыҡ автомобилдәрҙең дә тәгәрмәстәре әйләнә башлай. Ә бит уларҙың күптәре тыныс тормошта техника менән булышмаған да. Әммә еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыу, яуҙаштарының ғүмерен һаҡлап ҡалыу теләге ялан шарттарында ла мөғжизә эшләргә этәрә. Ремонт ротаһының эше тураһында Айнур Кәбиров репортажы.
«Газ» ҡушаматлы яугирҙың посынан клиенттар өҙөлмәй. Заказдар күп. Барыһы ла техникаға тимер рәшәткә урынлаштырыуҙы һорай. Ремонтсылар уны үҙҙәре иретеп- йәбештереп машиналарға беркетә. Заманса һуғышта башҡаса мөмкин түгел. Тап ошо рәшәткәләр дошман дрондарынан һаҡлай ҙа инде.
Ҡаршы яҡ дрон- камикадзеларҙы йәлләмәй. Еңел техника, бер-ике һалдат булһынмы һөжүм итә.
Ләкин кузов матурлығы яугирҙар өсөн мөһим түгел. Двигатель, мостар, электриканың төҙөк булыуы шарт. Ремонтсыларға был өлөштәрҙе һаҡлау өсөн техниканы модернизацияларға ла тура килә.
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының ремонт ротаһы бер юлы тиҫтәнән ашыу тәгәрмәсле техниканы төҙөкләндерә ала. Уларҙың ти тиклем тиҙ арала автомобилдәрҙе сафҡа баҫтырыуына алғы һыҙыҡтағы яуҙаштарының уңышы туранан- тура бәйле. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн уларға тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләргә тура килә. Шуға күрә яугирҙарҙың йәшәү урындары ла ремонт постарынан алыҫ түгел.
Егеттәргә ҡайһы саҡта бәрелештәр һыҙығынан алыҫ түгел генә техника ремонтларға тура килә. Шуға күрә улар үҙҙәре лә хәүеф аҫтында.
Иретеп- йәбештереүсе, механиктар, электриктар - был һөнәр оҫталарына тыныс тормошта ла ихтыяж юғары һәм түләү ҙә ҙур. Был иһә яҡташтарыбыҙҙың махсус хәрби операцияға килем артынан түгел, ә намыҫ ҡушыуы һәм илде һаҡлау ниәте менән килеүенә тағы бер дәлил.
Айнур Кәбиров






