Экологик акция мәсет янындағы биләмәлә үтте. Сараны «Атайсал» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырғандар. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Балаларға үҙ миҫалыңда тәрбиә биреү - иң отошлоһо, тигән фекерҙә Рәмил Карамов. Ағас ултыртыу акцияһына ул ҡыҙары Риана, Азалия һәм улы Аяз менән килгән. Әле улар Өфө ҡалаһында йәшәһә лә, ғаилә башлығының бала сағы Сәүкияз ауылы менән бәйле. Шуға күрә ауылдаштар менән осрашып, изге эштә - ағас ултыртыуҙа ҡатнашыу өсөн алыҫ аралар ҙа яҡын кеүек.
Кесеһе лә, олоһо ла ситтә ҡалманы. Экологик сараға бар ауыл халҡы йыйылды. Күптәр балалары, ейән-ейәнсәрҙәре оҙатыуында килгән.
Ағас үҫентеләрен ултыртыу акцияһын ошо ауылда тыуып үҫкән эшҡыуар ойошторҙо. Рәстәм Тимерғәлиев быға тиклем дә «Атайсал» проекты сиктәрендә төрлө саралар үткәргән. Уларҙың күбеһе тап Сәүкияз мәсетенә ҡағылышлы. Иман йорто 1911 йылда төҙөлгән - ул Тәтешле районының иң боронғо мәсеттәренең береһе һанала. Бина 2000-се йылдар башынан алып Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә ингән. Хәҙер мәсет янын 99 йәш үҫенте биҙәй.
Ғөмүмән, «Атайсал» проектына Тәтешле районы йүнселдәре лә әүҙем ҡушыла. Һуңғы ике йыл эсендә 187 проект тормошҡа ашырылған, уларҙың дөйөм суммаһы 15 миллион һумдан ашыу. Шулай уҡ, үҫентеләр ултыртыуға бәйле башҡа төрлө акциялар ҙа йыш үтеп тора.
Экологик сараға тиклем мәсет бинаһы ремонтлана, биләмә сүп-сарҙан таҙартыла. Барлыҡ өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнашҡан халыҡ буш ҡул менән ҡайтманы. Уларға рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ Сәүкияз ауылында йәшәүселәр 9 май яҡынлашыу айҡанлы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы хәтергә алды. Сәүкияздан 167 һалдат фронтҡа алына, уларҙың 57-һе тыуған яғына кире әйләнеп ҡайтмаған. Еңеү яҙын яҡынайтыусылар иҫтәлегенә урындағы обелискка сәскәләр һалынды.
Әлфинә Килдейәрова






