Башҡаланың символына әйләнгән ағастар Өфө күп профилле колледжы алдында ултыртылды. Мәғлүм булыуынса, республикала апрелдә «Йәшел Башҡортостан» проекты старт алды.
Экологик акция сиктәрендә 10 майға тиклем муниципаль берәмектәрҙә 8 меңдән ашыу ҙур ағас, 82 мең үҫенте ултыртыу күҙаллана. 72 тематик аллея барлыҡҡа киләсәк. Йәшелләндереү акцияһы барышында тарихи юбилейын билдәләгән Өфөгә айырым иғтибар бирелә. Башҡала майҙандарына 450 декоратив йүкә ултыртыла. Бөтәһе 221 биләмә әҙерләнгән. Өфө күп профилле колледж янында урынлашҡан аллея урта һөнәри белем биреү учреждениеларына арнала.
Йүкә аллеяһына ағастар ултыртыуҙа Өфө урта һөнәри белем биреү учреждениелары директорҙары ҡатнашты. Һәр йүкәнең үҙ хужаһы бар, ағастың ниндәй уҡыу йортона беркетелгәнен куаркод буйынса ҡарарға мөмкин. Коллдедж директорҙары әйтеүенсә, йәшелләндереү акцияһы менән бер рәттән мәғлүмәти йүнәлеш тә үҫтерелә. Йәғни аллея буйлап йөрөргә лә, бер юлы башҡаланың урта һөнәри белем биреү учреждениелары тураһында тулы мәғлүмәт тә алырға була.






