Республикала «Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы»акциялары үтә. Тирә-яҡты йәшелләндереүҙә Иглин районы халҡы ла әүҙем ҡатнашты. Үткән аҙнала Таутөмән урмансылығы биләмәһендә биш меңгә яҡын шыршы үҫентеһе ултыртылды. «Ҡояшлы»паркы иһә «Хәтер баҡсаһы», «Йәшел Башҡортостан» акциялары сиктәрендә сәскәләр һәм ағастарға күмелде. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
Акция райондың бөтә ауыл биләмәләрендә ойшторолдо. Тирә-яҡты йәшелләндереүгә йәмғеһе 1200-ҙән ашыу кеше ҡушылды. Райондың сәскә үҫтереүселәре иһә «Ҡояшлы» паркындаа үҙҙәре тәрбиәләгән сәскәләрҙе ергә күсереп ултыртты.
«Хәтер баҡсаһы», «Йәшел Башҡортостан» акциялары сиктәрендә Иглин районы халҡы йәмғеһе 1000-дән ашыу тирәк, йүкә һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртты. Сарала ҡатнашыусыларҙың теләге бер: һәр тораҡ пунктта берҙәм ауыл халҡы көсө менән йәшелләндергән, , матур парк булһын.
Иглин ауылы башҡалабыҙ Өфөнөң ут күршеһе. Күршеләренә ағас ултыртыуҙа Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм профсоюзы хеҙмәткәрҙәре лә ярҙамлашты..
Акцияла күптәр тәүге тапҡыр ҡатнашты. Мәктәп уҡыусылары һәм йәш-елкенсәк Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир олатайҙары хөрмәтенә ағастар ултыртты һәм үҫентеләрҙе паркка килеп даими тәрбиәләп торорға һүҙ ҡуйышты. Сара һуңында «Ҡояшлы» паркын йәшелләндереүселәр һалдат бутҡаһын да тәмләне.
Гүзәл Борханова






