Борайҙың 2-се гимназияһында заманса ял зонаһы барлыҡҡа килде

Проектты уҡыусылар үҙаллы әҙерләгән һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн дәүләттән финанс ярҙам йәлеп иткән. Конкурс талаптарына ярашлы, һәр бер проектҡа ярты миллион һум аҡса алырға мөмкин. Йыл һайын республикала был маҡсатта 30 миллион һум субсидия бүленә. Былтыр ғына Башҡортостанда уҡыусыларҙың йөҙҙән ашыу башланғыстары тормошҡа ашырылған. Борай ауылындағы ял зонаһын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина барып күрҙе.

Борай ауылы 2-се гимназияһы уҡыусылары тәнәфестәре күңелле үтә. Белем усағының үҙ «Рассвет» коллективы бар. Яңы асылған ял зонаһында улар илһөйәрлек темаһына арналған композицияларҙы йыш башҡара. Ғөмүмән, ижади трио репертуары бай.

Яңы зонала төрлө йәштәге уҡыусылар ял итә. Берәүҙәр китап уҡый, икенселәр интернет менән файҙалана. Үҫмерҙәр уңайлығы өсөн майҙанда бушлай вай-фай ҡуйылған. Иң мөһиме - ул уҡыусыларҙың үҙ теләге менән барлыҡҡа килгән. Инициатив төркөм зона проектын әҙерләгән һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн дәүләттән матди ярҙам йәлеп иткән.

Ҡасандыр күңелһеҙ коридор булған майҙан хәҙер уҡыусыларҙың яратҡан урынына әүерелгән. Бында эшлекле саралар ҙа үтә. Балалар сығыш яһарға, яңы проекттарын яҡларға өйрәнә. Быны тормошҡа ашырыу өсөн инициатив төркөм бер нисә йыл әҙерләнгән.

Ял зоналары, спорт майҙансыҡтары, медиаүҙәк төҙөү, ашхананы төҙөкләндереү - республика уҡыусылары төрлө йүнәлештә проекттар әҙерләй. Былтыр ғына конкурс сиктәрендә төбәктә 144 башланғыс тормошҡа ашырылған. Быйыл уҡыусылар тағы ла әүҙемерәк.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ