БСТ телеканалы Өфөләге Рождество Богородицы Кафедраль соборында ойошторолған Пасха хеҙмәтенең тура трансляцияһын күрһәтәсәк. Бөгөн төндә православ христиандарҙың байрамы башлана. Баш ҡалала үтәсәк сараны беҙҙең каналдың тиҫтәнән ашыу камераһы төшөрә, улар сиркәүҙә төп залдың түре - алтарьҙа һәм урамда ла ҡуйылған.
Шәмбе иртәһе менән сиркәү алдында махсус өҫтәлдәр ҡуйыла, унда православие динендәге кешеләр Пасха байрамы өсөн тәғәйенләнгән кулич һәм йомортҡалар килтерҙе. Руханиҙар доғалар уҡып, ризыҡҡа изге һыу һипте. Майҙанға тотош ғаиләләре менән килеүселәр ҙә булды.






