Театр сәнғәтенең бөгөнгө хәле нисек? Жанр мәсьәләләре һәм уның сиселеше. Үҫеш мөмкинлектәре бармы? Был турала тулыраҡ Республиканың төп телеканалы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әҙерләгән махсус репортажда.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә «Бөйрәкәй» роман-эпопеяһы. Әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн ул көтөп алынған ваҡиға. Тамашаға билет афиша эленгән көндө үк һатылып бөткән. Пенталогияның сәхнә әҫәре итеп үҫтерелеүе, персонаждар, музыкаль биҙәлеш һәр кем өсөн ҡыҙыҡ ине.
Роман-эпопеяның сәхнәгә сығарылыуы үҙе бер тарихи ваҡиға. Башҡорт әҙәбиәте һәм драматургияһы өсөн айырым яңылыҡ. Ябай мәсьәлә лә түгел. Прозаны сәхнәгә сығарыу өсөн кәм тигәндә генә өс йыл самаһы ваҡыт талап ителгән. Ҡуйыусы режиссер ҙа еңел булмаған алым менән эшләүҙе хуп күрә. Айрат Абушахмановтың, ғөмүмән, ижади багажындағы бар спектаклдәрҙең дә тәү сығанағы - проза әҫәрҙәр.
Һуңғы йылдарҙа республика театрҙарында прозаны сәхнәләштереү тәжрибәһе арта. Афишаларҙа әҫәрҙең авторы менән бергә, инценировка яҙыусыһы ла бергә крһәтелә. Режиссерҙарҙың прозаға тотоноу сәбәбе нимәгә бәйле? Хәҙерге башҡорт драматургияһының бөгөнгөһө ошо, ә киләсәге бармы? Бөгөнгө махсус репортаж шул хаҡта...
Башҡорт драматургияһы башҡорт халыҡ ижадының бер өлөшө. ХХ быуат дауамында яҙылған пьесалар бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Хатта, донъя сәхнәләрен шаулата. Был тәңгәлдә драматург Азат Абдуллин менән Флорид Бүләковты миҫалға килтерәйек. Уларҙың әҫәрҙәре, ҡайһы илдә генә сәхнәләштерелмәгән дә, ниндәй генә фильм, сериал төшөрөлмәгән.
Заманында пьесаларға махсус йыр яҙҙырылған. Драматургтар менән бергә композиторҙар бергә эшләгән. Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлсәсәк Шәрипова йыр һәм театр сәнғәтендә үҙ урынын тапҡан сәхнә оҫтаһы. Күп кенә пьесаларға яҙылған лирик композициялар тап уның өсөн ижад ителгән. Тамашасылар киң билдәле «Ярангөл», «Сейәләрең сәскә атҡанда», «Өс ҡайын» кеүек йырҙарҙы Гөлсәсәк Шәрипова башҡарыуынан тыш күҙ алдына ла килтермәй.
Тап театр менән тығыҙ бәйләнеш, башҡорт драматургияһын үҫтереп кенә ҡалмай, донъя кимәленә таныта ла инде.
Заман быны үҙе талап итә, күрәһең. Шуға ла Башҡортостан театрҙарының йыш ҡына эксперимент рәүешле спектаклдәргә тотоноуы осраҡлы түгел.
Был тәжрибә Башҡорт академия драма театрын да урап үтмәй. Һуңғы йылда тамашасы хөкөмөнә сығарылған документаль театр, йә иһә вербатим бер ни тиклем репертуарҙы байытты байытыуын. Тик...
Шул уҡ ваҡытта тамашасы ла үҙ зауығына ярашлы спектакль һайлау хоҡуғына эйә. Күп осраҡта бар республика театрҙары бер үк авторға мөрәжәғәт итә, бер үк әҫәрҙе сәхнәләштереүҙән ары китмәй.
Ә сәбәбе нимәлә? Башҡортостан театрҙарына үҙенә кәрәкле драма әҫәрен таба алмауы тотҡарлаймы?
Шунлыҡтан күп кенә режиссерҙар проза әҫәрҙәрен һайлай. Әммә, драманан айырмалы уның да үҙ ҡанундары, үҙ тәртибе бар. Хатта, яҙыусының режиссер фекере менән килешмәүе лә ихтимал.
Тимәк, яҙыусы менән театр араһында ҡайтанан рухи күпер булдырыу талап ителәме?
Театр белгестәре башҡорт драматургияһының бөгөн бер урында тапаныуын билдәләй. Проблема бер беҙҙең республикаға ғына хас түгел. Ошоно иҫәпкә алып, заманында Наил Ғәйетбаев Баймаҡ районында драматургия лабораторияһына нигеҙ һала.
Ә бит әле уңышлы эшләгән драматургтарҙың тәүге хеҙмәттәре лә тота килеп кенә сәхнәлштерелмәгән. Иләк аша үткән, тәнҡиткә дусар булған. Кире ҡайтарылған.
Бөгөн дә хәҙерге драматургия һәм режиссураға ҡағылышлы лабораторияларҙың эшләүе билдәле. Әммә, уларҙың һөҙөмтәһе әлегә театр репертуарҙарына инә алмай.
Шунлыҡтан бөгөн тармаҡта йәнә бушлыҡ. Уны ҡайһы бер режиссерҙар проза менән ямауҙы хуп күрә. Сараһыҙлыҡтан.
Тап театр менән драматургтар араһындағы тығыҙ хеҙмәттәшлек ниндәйҙер кимәлдә уңышҡа өлгәшергә этәргес биреүгә өмөт уята.
Республика башҡорт театрҙарының апрель афишаһына күҙ һалғанда Баныу Ҡаһарманова, Сулпан Әбдрәхимова кеүек яңы исемдәрҙе күрергә мөмкин. Шулай уҡ режиссерҙар Мөнир Ҡунафин, Салауат Әбүзәровтың әҫәрҙәренә лә мөрәжәғәт итә. Бер авторҙың, бер үк пьесаһынан Туфан Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү» музыкаль комедияһын билдәләп үтергә кәрәк. Ул өс театрҙың да афишаһын биҙәй.
Әйткәндәй, Милли йәштәр театрында 18 йыл дауамында барған Туфан Миңнуллиндың музыкаль комедияһы апрелдә һуңғы тапҡыр күрһәтелде. 2006 йылдан алып ул 156 тапҡыр ҡуйылған. Башҡорт сәхнәһендә уңышлы барған, һаманғаса тулы зал йыйған башҡа спектаклдәрҙе лә миҫалға килтерергә мөмкин.
Ғөмүмән, башҡорт театрҙары үҙ репертуарын байытыу өсөн драма әҫәрҙәрен эҙләү өҫтөндә. Коллективтар төрлө алымдар менән эш итергә тырыша. Май уртаһында Өфөлә үтәсәк VIII «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара милли театрҙар фестивале лә Башҡортостанда ғына түгел, тотош илдә күҙәтелгән театр драматургияһы проблемаһын хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерер тип ышанайыҡ.
Азат Ғәлиуллин



