Көслө ел вәғәҙә иткән синоптиктарҙың фаразы раҫланды

Бөгөн иртән Өфөнөң Калинин, Ленин һәм Октябрь райондарында ағастар һәм ботаҡтар ҡолауы теркәлгән. Һөҙөмтәлә биш транспорт сараһы механик зыян күргән. Шуларҙың береһе «Вольво» автомобиле. Иномарка хужаһы ғәҙәттәгесә машинаһын өйө алдына ҡалдырған булған. Ваҡиға иртәнге сәғәттәрҙә теркәлә. Водитель шунда уҡ был турала 112 системаһына хәбәр итә. Һуңынан полиция хеҙмәткәрҙәре ғариза яҙырға ҡуша. 

Идарсы компания шунда уҡ беҙҙең биләмә түгел тине. Әле йығылған ағасты ҡасан алырҙарын көтәм. Сөнки ярылған артҡы тәҙрәнән ямғыр салонға төшә. Ағас оҙағыраҡ ятҡан һайын кузовҡа баҫым яһай, шуға ла өҫтәмә механик зыян килеүе ихтимал.

Андрей Веснин, автомобиль хужаһы

Иртәнге дауыл шулай уҡ Орджоникидзе районына ҡараған Иҫке Турбаслы ауылы мәктәбенең спорт залы ҡыйығын да алып ташлаған Бәхеткә күрә, кешеләр араһында зыян күреүселәр теркәлмәгән. Бындай һауа торошо кәм тигәндә кискә тиклем һаҡланыр тип күҙаллана, шуға лә белгестәр халыҡты хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә саҡыра.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ