Борай районы Ҡуҙбай ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Заһит Әхтәриев Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршыларға әҙерләнә. Ул рус-япон һуғышын үткән. 98 йәшен тултырырға әҙерләнгән яугир бөгөн дә әүҙем, теремек, күңел көрлөгөн юғалтмаған.
Фашист Германияһы илебеҙгә һөжүм иткәндә, Заһит Әхәтәриевҡа 15 йәш булған. Атаһы менән ағаһы тәүгеләрҙән булып һуғышҡа алына. Күп балалы ғаилә өлөшөнә иң ҡурҡыныс афәт - аслыҡ, яланғаслыҡ тура килә. Кузбаста шахтер булып эшләй. Тик икмәк күрмәгән үҫмер шахта эшенә сыҙамай.
1943 йылда уға ла кисектергеһеҙ хеҙмәткә саҡырыу буйынса повестка килә. Башҡортостандан бер эшелон йәш егеттәр Алыҫ Көнсығышҡа оҙатыла. Рус-Япон һуғышында Заһит Рәхимйән улы миномет батареяһында наводчик булып хеҙмәт итә. Бер нисә ҡаланы штурмлауҙа һәм азат итеүҙә ҡатнаша. Башҡортостан эшелонынан күптәр һәләк була. Үҙ ҡулым менән яҡташтырымды Туғандар ҡәберлегенә һалыуым әле лә хәтеремдә, ти ветеран.
Һуғыштан һуң, Заһит Рәхимйән улы Ҡузбай ауылы советында рәйес булып эшләй. Хаҡлы ял алдынан агроном булараҡ игенен дә үҫтерә э. Бөгөн ул 8 ейән-ейәнсәргә, 12 бүлә-бүләсәгә олатай.
Заһит Рәхимйән улы бөгөнгә тиклем балыҡ тота, машина йөрөтә. Умарталарҙы ғына былтыр тараттым, хәл етеңкерәмәй, ти ветеран. Баҡсаһын ҡарай, түтәл ҡаҙып, емеш-еләк ултыртырға йыйына. Иң мөһиме, 98 йәшендә лә үҙен батырҙарса тоя.
Рәзилә Ғиниәтуллна






