Быйыл 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» һәм Еңеү салюты булмай

Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендәге оператив кәңәшмәлә белдерелде. Әммә был байрам бөтөнләй билдәләнмәй тигәнде аңлатмай. Еңеү көнөндә байтаҡ иҫтәлекле саралар ҡаралған. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек, парктарҙы, ихаталарҙы төҙөкләндереү тураһында ла һүҙ барҙы. Шулай уҡ йөк контроле пункттарын 19 майға асыу бурысы ҡуйылды. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ауыр йөк автомобилдәре юлдарҙы сафтан сығара, ә юл фонды тулыланмай. Контроль идаралығы мәғлүмәттәре буйынса республикалағы 13 йөк контроле пунктының икәүһе генә эшләй. Шунда ла водителдәрҙең күбеһе түләүҙән ҡасып, дәүләт номерҙарын ҡаплап маташа. Радий Хәбиров 19 майға барлыҡ пункттарҙы асыу бурысын ҡуйҙы.

Ауыр йөк автомобилдәре йыш йөрөгән юлдарҙы даими ремотлау талап ителә. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Салауат районында Мөрсәлим юлы төҙөкләндерелә. Киләсәктә был трассанан артыҡ йөк тейәгән транспортты үткәреү тыйыла. Ремонт эштәре юлдарҙа ғына түгел, йорт яны биләмәләрендә лә йәйелдерелгән. Быйыл «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса 143 объектты тәртипкә килтереү ҡаралған. Ошо маҡсатта 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Күп ҡатлы йорттар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Радий Хәбиров эште комплекслы алып барыу бурысын ҡуйҙы.

Оператив кәңәшмәлә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү темаһы ла күтәрелде. Һуңғы йылдарҙа Өфөнөң парк-скверҙары яңы һулыш ала. Әле ваҡытта Нефтехимиктар, Урмансылар паркында ремонт эштәре бара. Башҡортостан башлығы ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан Ленин исемендәге паркты ла тәртипкә килтерергә ҡушты.

Ауыл эшсәндәре өсөн ҡыҙыу миҙгел - яҙғы баҫыу эштәре башлана. Хужалыҡтарҙа дым ҡаплау тамамланған, ярауай культураларҙы сәсеү башланған. Аграрийҙар тәүлегенә генә 70 мең гектар тирәһе майҙанға орлоҡ һала, әле 278 мең гектарҙа сәсеү тамамланған, был дөйөм пландың 20 проценты.

Был аҙнала Рәсәй халҡы төп байрамдарыбыҙҙың береһе-Бөйөк Еңеү көнөн билдәләй. Өфөлә һәм ҡала-райондарҙа Еңеү парадтары үтә. Баш ҡаланың Еңеү паркында Рейхстагҡа байраҡ ҡаҙаған данлыҡлы яҡташыбыҙ Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асыла. Быйыл кисектерелгән саралар ҙа бар. Еңеү салюты аттырылмай, Үлемһеҙ полк акцияһы ойошторолмай. Әммә яу һәм тыл ветерандарының фотһүрәттәрен тәҙрәләргә, социаль селтәрҙәргә ҡуйырға мөмкин. Ҡаһармандарыбыҙҙың исеме беҙҙең күңелдә лә, йөрәктәрҙә лә йәшәй.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ