Һынған ағастар, зыян күргән машиналар, йығылған туҡталыштар. Бөгөн республикала ҡупҡан дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә. Йәмғеһе баш ҡалала дауылға бәйле 90-ға яҡын мөрәжәғәт теркәлгән. Секундына 25 метрғаса еткән ел ваҡытында күләмле саралар ҙа кисектерелде. Ғәрәсәт тағы ҡабатланырмы? Яуап киләһе яҙмала.
Иртән тороуға баш ҡаланың Ғафури урамында йәшәүселәр күңелһеҙ хәлгә тарый. Көслө ер һындырған ағас автомобиль өҫтөнә ауған. Весниндар «Вольво»ларын 7-се йыл элек кенә һатып алған булған. Хәйер, техника хужалары үҙҙәре зыян күрмәүгә шатлана.
Машинаға килгән зыян 200 мең һум тирәһенә баһалана. Йәмғеһе бөгөн Өфөлә генә көслө ел арҡаһында 17 автомобиль зыян күргән. Көслө дауыл башҡа ҡоролмаларҙы ла осорған, төҙөлөштәрҙе емергән. Зорге урамындағы объекттарҙың береһендә тимер ҡойма кеше өҫтөнә ауған. Билен ауырттырған ханым дауаханаға оҙатылған. Белгестәр билдәләүенсә, ғәҙәттән тыш хәл ҡорбанына әүерелмәҫ өсөн, бер нисә кәңәште үтәү зарур.
Өҫтәп Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһынан килгән хәбәр-иҫкәрмәләрҙе инҡар итмәҫкә кәрәк. Дауыл сығасағы тураһында ла кисә үк мәғлүм булғайны. Хәйер, ошо көндәрҙә ел баҫылыр тип көтөлә.
9 майҙа ла ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Тимәк йылы кейемдәрҙе алып ҡуйырға иртәрәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина






