Өфөнөң Киров районы хакимиәте, халҡы һәм эшҡыуарҙары йыйған гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. 11 ҙур йөк машинаһына беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәре - автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, техника, медикаменттар, аҙыҡ-түлек һәм татлы ризыҡтар менән тейәлгән. Яугирҙарға мәктәп уҡыусыларынан шәхси посылкалар, хаттар ҙа тапшырыласаҡ.
160 тоннанан ашыу йөк Запорожье өлкәһенә тәғәйенләнгән, унда Киров районынан ғына 350-нән ашыу яугир хеҙмәт итә. Шулай уҡ колоннаға республика халҡы туплаған 2 фура һәм тағы ла Туймазы районында 4 ҙур йөк машинаһы ҡушыласаҡ.
Сафиндар ғаиләһе лә алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итергә теләк белдергән. Советтар Союзы геройы Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафиндың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре гуманитар ылау йыйған. Хәрбиҙәр өсөн улар автомобиль, запас өлөштәр, тәгәрмәстәр, аккумляторҙар һәм тәм-том һатып алған.






