Броня ныҡлы, ә танкистар тағы ла нығыраҡ тора. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны тәүлек әйләнәһенә тиерлек Украинаның неонацистар режимын ҡаҡшата. Экипаждар көнөнә ике-өс тапҡыр атыу позицияларына сыға. Һуңғы ваҡыттарҙа төндә дә сығып ҡаршы яҡ нығытмаларын ҡыйрата. Танкистар эше тураһында Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.
Ләкин оҙаҡ йәшеренеп ултырырға тура килмәй. Танкистар атыу позицияларына көнөнә икешәр тапҡыр сыға. Һуңғы арала хатта төндә лә. Бындай шарттарҙа танкта ағас араһынан йөрөү еңелдән түгел. Механиктан ювелирҙарса оҫталыҡ талап ителә. Ғәҙәттә, көбәк механикҡа сығып йөрөү уңайлы булһын өсөн әҙ генә уңға боролоп торһа, урман араһында төҙөрәк ҡуйырға тура килә. Уның ҡарауы, маневр яһау яҡшыраҡ.
Танктан тура төҙәүгә сыҡмай. Урман араһында мөмкин дә түгел. Экипаж алдан билдәләнгән координаталар буйынса ата. Шулай ҙа ағастар ҡамасауламаһын өсөн асыҡ, уңайлы урын билдәләргә кәрәк.
Украина ҡораллы көстәре танкистарға ысын мәғәнәһендә һунар итә. Шуға ла атыу урыны мөмкин тиклем ентекле әҙерләнә. 15 минут эшләү өсөн ҡайһы саҡта бер көн буйы позициялар билдәләйбеҙ, ти танкистар.
Экипаждың бар хәрәкәтен, атыу һәм снарядтарҙың сәпкә тейеүен күктән пилотһыҙ осоу апараттары менән идара итеүсе төркөм күҙәтә. Танк ни тиклем генә йыһазландырылмаһын хәҙерге шарттарҙа дрондарһыҙ мөмкин түгел. Улар танктар менән бер механизм кеүек эш итә.
Әлбиттә, дошмандар ҙа беҙҙең техниканы күреп тора. Һөҙөмтәгә ирешеү өсөн мәғлүмәттәрҙе тиҙ арала яңыртып, ҡаршы яҡтан етеҙерәк эш итеү шарт. Штабта мәғлүмәттәрҙе яңыртыу тәүлек әйләнәһенә тигәндәй бара.
Танктар атыу позицияларына бер юл менән барһа, ҡайтҡанда дрон-разведчиктар әйәртмәҫ өсөн икенсе юлдан. Әлегәсә «Башҡортостан» полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальонының дислокацияһын асыҡлағандары юҡ. Танк броняһы ныҡлы, яҡташтарыбыҙ тағы ла нығыраҡ тора.
Айнур Кәбиров






