Награданы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы. Учалы яугиры шулай уҡ фонд исеменән инвалид коляскаһы алды. Рәсәй президенты башланғысы менән ойошторолған фонд вәкилдәре рәсми сәфәр менән Учалыла булды.
Улар урындағы хакимиәт ағзалары менән берлектә ҡалалағы ике йортто ҡараны. Был өйҙәрҙә махсус операцияла йәрәхәтләнгән яугирҙар йәшәй. Комиссия уларҙың йәшәү шарттары менән дә танышты. Иҫегеҙгә төшөрбеҙ, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды инвалидлыҡ алған хәрбиҙәрҙе уңайлы йәшәү шарттары булдырыу өсөн махсуслаштырылған адаптация саралары менән тәьмин итә.






