Иглин районының Охлебинин ауылында «Һалдаттар ялда» байрамы үтте

Республикала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған байрам саралары дауам итә. Иглин районының Охлебинин ауылында үткән «Һалдаттар ялда» тип исемләнгән халыҡсан байрам хаҡында киләһе яҙмала.

Охлебинин ауылында «Һалдаттар ялда» халыҡ байрамы бишенсе йыл уҙғарыла. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре театрлаштырылған тамаша, усаҡ тирәләй йырҙар башҡарып Еңеү көнө кәйефен тыуҙыра. Байрам саралары сиктәрендә интерактив зоналар ойошторолған, малай-ҡыҙҙар йәш яугир курсы үтә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша.

Хәрби-патриотик сара совет партизандары тормошо тураһында мауыҡтырғыс театрлаштырылған тамашананн башлана. Ҡунаҡтарҙы ҡораллы партизандар ҡаршы ала, улар документтар тикшереп майҙанға үткәрә. Ялан госпиталендә иһә шәфҡәт туташтары яралы яугирҙарға беренсе ярҙам күрһәтә, яралылар аттарҙа килтерелә. Фронт концерт бригадаһы отряды килеү мәле лә тулҡынландырғыс.

Майҙанда бер-нисә интерактив зона ойошторолған. Йәш-елкесәк йәш яугир курсын үтте, ҡаршылыҡтар аша шыуышты, тиҙлеккә Калашников автоматын һүтеп ҡорҙо. «Мәргән уҡсы»майҙансығында уғатарҙар мәргәнлеген һынап ҡараны. «Үҙәк команда пунктында» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы кеүек-ҡәләм, ҡара менән өсмөйөш хат яҙырға мөмкин ине. Иглин районының ДОСААФ ойошмаһы әҙерләгән ялан ашханаһында иһә сарала ҡатнашыусылар ҡарабойҙай бутҡаһы һәм ҡайнар сәй менән һыйланды.

Халыҡсан байрам сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам акцияһы ла ойоштролдо. Йыйылған аҡса сираттағы гуманитар конвой ойоштороу өсөн Иглиндағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзына тапшырыласаҡ.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ