Шаран районынан махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатылды

Шаран районынан махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға тәғәйенләнгән 20-се гуманитар ярҙам оҙатылды. Район халҡы тырышлығы менән яугирҙарға иң мөһим кәрәк-яраҡтар: маскировка селтәрҙәре һәм костюмдар, төҙөлөш материалдары, эш ҡоралдары йыйылған. Бынан тыш, десантсылар берләшмәһе вәкилдәре Илья Мишин менән Фидрат Төхвәтшин һалдаттарға «УАЗ» автомобиле бүләк итте. Владислав Аҡтимеров менән Рәмил Мортазин 32 кубометр таҡта бүлде, ә шәхси эшҡыуар Илфаҡ Байбәков тәгәрмәстәр комплектын тапшырҙы.

Илья дуҫым уазигын бирҙе, мин уны буяным, тәртипкә килтерҙем. Был техниканы ысын күңелдән үҙебеҙҙең егеттәргә тапшырабыҙ.

Фидрат Төхвәтшин, Шаран районы хәрби-десантсылар берләшмәһе вәкиле
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ