Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебановты биләгән вазифаһынан бушатты. Министр хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан ҡулға алынды, ул ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Тәфтиш комитеты мәғлүмәте буйынса Александр Клебанов былтыр майҙа коммерция ойошмаһы етәксеһенән 5 миллион һум күләмендә ришүәт ала. Әлеге ваҡытта көс хеҙмәткәрҙәре оператив саралар үткәрә. Элекке чиновникҡа 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы бер нисә тапҡыр үҙенең командаһында ҡаҙнаға ҡул һуҙыусыларға һәм ришүәтселәргә урын юҡ тип белдерҙе.
Радий Хәбиров артабан да хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ бәйләнештә буласаҡ һәм власть органдарын намыҫһыҙ кешеләрҙән таҙартыу эшен дауам итәсәк, тип билдәләнеләр төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәтендә. Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы итеп элек ведомство етәксеһе урынбаҫары булып эшләгән Любовь Минакова тәғәйенләнде.



