Өфөлә «Нацизмһыҙ донъя өсөн» халыҡ-ара йәштәр форумы асылды

Ул Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар Дуҫлығы йорто һәм Рәсәй тарих йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолған.

«Нацизмһыҙ донъя өсөн форумы» быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторола. эксперттар фекеренсә, әлеге заманда был тема бик актуаль. Сөнки көнбайыш тарафынан Рәсәй тарихын боҙоп күрһәтеү, яңынан яҙырға тырышыу осраҡтары бар. Белгестәр фекеренсә, был күренешкә юл ҡуйырға ярамай. Халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы тарихи факттар, документтар менән нығытылған. Икенсенән, халыҡ хәтере лә мәңгелек, ул быуындан-быуынға тапшырылып килә. Бөгөнгө сара ла йәш быуынды халҡыбыҙҙың тарихи үткәне менән таныштырыуҙы, нацизмға юл ҡуймауҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо маҡсатта форум сиктәрендә Федераль именлек хеҙмәте, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Милли музей, Милли архив тарафынан бай йөкмәткеле күргәҙмәләр ойошторолған. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов фекеренсә, күргәҙмәләргә Бөйөк Ватан һуғыш буйынса ғына түгел, махсус хәрби операция тураһында ла экспозициялар әҙерләү мотлаҡ. Материалдар етерлек.

Федераль именлек хеҙмәте әҙерләгән экспозицияла Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нацистарға ҡарата ҡуҙғатылған ике енәйәт эше тарихы менән танышырға мөмкин. Анатолий Чернухин тыуған илгә хыянатта ғәйепләнә һәм 1 мең 100 совет гражданының ғүмере ҡыйылыуға сәбәпселәрҙең береһе була, ә Николай Кулеш немец карателдәр отрядына хеҙмәткә инә. Был материалдар тәүге тапҡыр тәҡдим ителә. Милли архив күргәҙмәһендә Башҡортостан яу һәм тыл ҡаһармандарының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө менән танышырға мөмкин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ