Бәйләнешкә сыҡты. Хәрби хеҙмәткәрҙәр яҡындары менән аралашты. Был юлы телекүпер Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары менән ойошторолдо.
Осрашыуға килеүселәр өсөн иң мөһиме - яҡын кешеңдең тауышын ишетеү, уның менән барыһы ла яҡшы икәненә инаныу. Шәрифуллиндарҙың улы махсус операция биләмәһендә яралыларҙы эвакуациялау бүлексәһе командиры. Хәрбигә үҙенә лә йыш ҡына яугирҙарҙы алғы һыҙыҡтан сығарырға тура килә.
Рәсәйҙең Оборона министрлығы элемтә менән махсус хәрби операция башланғандан алып тәьмин итә. Онлайн-осрашыуҙар һәр ваҡыт хәрбиҙәрҙең рухын күтәрә, өҫтәмә көс бирә. Яугирҙарҙың туғандары егеттәргә үҙҙәрен һаҡлап, Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.






