Өфөлә «Юлдаш plus» йәштәр үҙәге асылды

Бөгөн - Радио көнө. «Юлдаш PLUS» интернет-радиоһы коллективы һөнәри байрамын Йәштәр үҙәге асып ҡаршы алды. Ул «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1 адресы буйынса урынлашҡан.

Үҙәк эргәләге юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн ижади үҫеш майҙансығы буласаҡ. Бында оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар уҙғарыу һәм тауыш яҙҙырып, тапшырыуҙар әҙерләү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Әйткәндәй, Йәштәр үҙәген ойоштороу башланғысы менән интернет-радио хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре сыҡҡайны. Идеяны предприятие етәкселеге хуплаған.

Радио көнө уңайынан «Юлдаш ПЛЮС», «Юлдаш» һәм «Спутник ФМ»дан бер төркөм хеҙмәткәрҙәр предприятие, ведомство һәм йәмәғәт ойошмалары Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән билдәләнде. Сара эстрада артистарының сығышы менән байытылды. «Юлдаш ПЛЮС» интернет-радиоһына килгәндә, ул ун йыл элек ойошторолғайны. Ә йәштәр үҙәге - коллективта яңы исемдәр асыуға булышлыҡ итәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ