Республика йәштәр психология үҙәге белгестәре «Махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан хәрбиҙәр, уларҙың ғаиләләренә психологик реабилитация» программаһы буйынса уҡыуҙар үтә.
Был йүнәлеш буйынса хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү, заманса алымдар, психология-диагностика ҡорамалдарын ҡулланып эшләү мәсьәләләре брифинг сиктәрендә лә ҡаралды. Сарала Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте дәүләт комитеты етәкселеге, «Ватан һаҡсылары» фонды вәкиле һәм әйҙәүсе психологтар ҡатнашты. Махсус ҡунаҡ итеп хәрби психолог, психология фәндәре кандидаты Виктория Голобородова саҡырылғайны.






