Өфөнән Ырымбур өлкәһенә гуманитар ярҙам ҡуҙғалды

Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетынан Ырымбур өлкәһенә гуманитар ярҙам ҡуҙғалды. Юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм студенттар һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә кәрәкле әйберҙәр туплаған. Йөк автомобиленә аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена һәм балалар өсөн кәрәкле әйберҙәр тейәлде. Шулай уҡ гуманитар ылау составында юғары уҡыу йортонда Ырымбурҙан килгән студенттар ҙа ҡайта.

Гуманитар ярҙам Ырымбур өлкәһенән килгән теләктәр буйынса ойошторолдо. Беҙҙең штаб ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡалыусыларға бындай ярҙамды даими күрһәтә.

Тимур Ғәҙелшин, Өфө дәүләт нефть техник университетының «Беҙ бергә» штабы етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ