Өфөлә Еңеү парадына әҙерлек бара

Еңеү парадында тәүге тапҡыр Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө ҡатнаша. 64 гүзәл зат тантанаға декабрҙән алып әҙерләнә. Сираттағы репетиция ваҡытында парад сафында атлаусыларҙы ямғыр ҙа ҡурҡытманы. Әҙерлекте ҡарарға ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары йыйылғайны. Өфөләр Еңеү көнөндә буласаҡ тантананы алдан уҡ ҡарарға килде.

9 майҙа үтәсәк Еңеү парадына 1500 кеше йәлеп ителгән. Махсус хәрби операция яугирҙары, хоҡуҡ һаҡлау, башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәре, кадеттар, шайморатовсылар - колонна составында 22 парад расчеты үтәсәк. Йәйәүлеләрҙән башҡа, парад тамашасыларын хәрби техника ла ҡыуандырасаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы заманынан - 7, Өфө территориаль гарнизонынан 9 заманса хәрби машина Октябрь Проспектынан үтәсәк. Ә күктә бәләкәй авиация самолеттары һәм вертолеттар осор, тип көтөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тантана ваҡытында Октябрь Проспектының бер өлөшө һәм майҙан янындағы тағы бер нисә урам ябыласаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ