Унда ҡаланың 5-се мәктәбенең 6-7 класс уҡыусылары тантаналы марш менән үтте. Валентина Потапова аэродромдарҙы хеҙмәтләндереү батальонында хеҙмәт итә. Боеприпастарҙы һаҡлай, штабта элемтәсе булып эшләй. 1943 йылда Валентина Потапованы радистар курсында уҡытып, унан Вильнюс ҡалаһына ебәрәләр. Еңеүҙе лә радист батыр ҡыҙ Прибалтикала ҡаршылай. Һуғыш бөткәндән һуң ике йылдан ғына Баймаҡҡа әйләнеп ҡайта. Бында ул тормош иптәше Михаил Потаповты осрата һәм улар ғаилә ҡора. Бәхетле пар биш бала тәрбиәләп үҫтерә.






