Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында «Фән сәғәте» үтте

Ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан республика фән өлкәһен финанслауҙы дауам итәсәк, дәүләт ярҙамы саралары һаҡлап ҡалына. Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында уҙғарылған «Фән сәғәте»ндә билдәләп үтте. Вуз ректорҙары һәм йәш ғалимдар ҡатнашлығында үткән осрашыуҙа йәштәр лабораторияларының ҡаҙаныштары ла барланды. Импортты алмаштырыу йүнәлешендә алып барылған ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә

Былтыр октябрҙә Дәүләкән районындағы карбонлы полигон участкаһында экологик-климатик станция урынлаштырылғайны. Рәсәйҙә ул дала экосистемаһында парник газдары ағымын теркәгән берҙән-бер ҡулайлама һанала. Ғалимдар махсус камералы ысул - юғары теүәллеге булған газоанализатор ярҙамында ла углескислый газ һәм метан күләмен өйрәнә. Шулай уҡ тикшеренеүҙәр алып барыуҙа пилотһыҙ осоусы аппарат файҙаланыла. Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында эшләгән климатик үҙгәрештәр һәм экосистемаларҙа углерод балансы мониторингы лабораторияһы белгестәре был йүнәлештә өсөнсө йыл уңышлы эшләй.

Мегагрант сиктәрендә алып барылған тикшеренеүҙәр һөҙөмтәле алып барыла. 2021 йылда Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министрлығы ярҙамы менән Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә генетика, фотоника, нанотехнолоялар һәм башҡа өлкәләр буйынса алты йәштәр лабораторияһы ла ойошторолғайны, уларҙа бөгөн йөҙҙән ашыу белгес эшләй. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәш ғалимдарҙың эш һөҙөмтәләрен ҡараны, импортты алмаштырыу йүнәлешендә яңы асыштар ҙа бар.

«Фән сәғәте»нең Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында ойошторолоуы осраҡлы түгел. Радий Хәбиров сараны асып, биләмәләге күләмле төҙөлөш дауам итәсәк тине. Йыл ярым эсендә тағы ла ете башня күтәреү бурысы ҡуйылған.

Башҡортостан ғилми-технологик үҫеш буйынса Рәсәйҙең тәүге ун төбәге исемлегендә. Ә бына йәш ғалимдарға - фән кандидаттары һәм аспиранттарғы күрһәтелгән ярҙам саралары рейтингында өсөнсө урынға сыҡты.

Республика Рәсәйҙең барлыҡ ғилми-технологик проекттарында ла ҡатнаша - юғары уҡыу йорттары, ғилми учреждениелар етәкселәре менән берҙәм эш һөҙөмтәһе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҫеш мөмкинлектәре киң булыуын билдәләне.

Башҡорт дәүләт аграр университеты ла «Приоритет - 2030» дәүләт программаһы ҡатнашыусыһы булды. Вуз тарафынан өс стратегик проектты тормошҡа ашырыу планлаштырылған.

Башҡортостанда йәш ғалимдарға ярҙам саралары ла билдәләнгән. Йыл һайын ошо маҡсатта 200-әр миллион һум бүленә. Грант ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, алдынғы вуздарҙа һәм ғилми үҙәктәрҙә стажировка үтергә мөмкин. «Йәштәрҙе фәнгә, юғары мәктәпкә ылыҡтырыу - мөһим бурыстарҙың береһе,» - тине Радий Хәбиров.

«Республикала фәнде үҫтереү буйынса саралар һаҡлап ҡалына, был өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе,»- тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Шул уҡ ваҡытта алып барылған ғилми тикшеренеүҙәр, проекттарҙың практик яҡтан һөҙөмтәһе лә булырға тейеш. Бизнес һәм фәндең кооперацияһына төп иғтибар. Шуға мегагранттар бүлгәндә лә был төп күрһәткес буласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ