Бөгөн Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Мариинский һәм Ҙур театрҙың Валерий Гергиев етәкселегендәге ижади коллективы сығыш яһаны. Өфө мәҙәни тур графигына индерелгән 24 ҡаланың береһе. Башҡала тамашасылары мәшһүр сәхнә оҫталарын алҡыштар менән оҙатты Тарихи мәҙәни сара тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Вагон түгел, рельстағы театр. Өфө тимер юл вокзалы бөгөн тарихи ваҡиғаның шаһиты. Башҡортостан легендар дирижер Валерий Гергиев етәкселегендәге ижади коллективты ҡабул итә. Башҡортостан быйыл Мәскәү Пасха фестиваленең тур программаһына индерелгән. Вокзалда ҡунаҡтарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡаршыланы.
Данлыҡлы яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов, күренекле сәхнә оҫталары Владислав Сулимский, Татьяна Сержан. Оркестр менән менән мәшһүр Валерий Гергиев идара итә. Мариинский һәм Ҙур театр артистары Өфөлә «Атилла» операһы менән сығыш яһаны. Башҡортостан тамашасыһы башҡаларҙан айырыла, ти ҡунаҡтар.
Башҡортостан тамашасыһы халыҡ-ара, донъя кимәлдәге сараларҙы, сәхнә оҫталары ҡабул итеп өйрәнгән. Шуға күрә уларҙы ғәжәпләндереү ауыр. Әммә бөгөнгө тамаша барыһын да әсир итте. Тарихи, ваҡиға, ти тамашасылар.
Мәскәү Пасха фестивале 23-сө тапҡыр ойошторола. Быйыл тур графигына Өфө индерелеүен башҡаланың тарихи юбилейына оло бүләк тип әйтергә мөмкин.
Тамашасылар Мәскәү Пасха фестивален көтөп алған. Өфөлә билеттарҙың ярты сәғәт эсендә һатылып бөтөүе шуға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, киләсәктә Өфөнө фестиваль турына йыл һайын индереү күҙаллана.
Мәскәү Пасха фестивале 16 майға тиклем дауам итә. Ижади коллектив 22 көн эсендә 24 ҡалала сығыш яһай, 15 мең километр юл үтә. Өфө гастролдәр графигындағы 14-се ҡала. Фестиваль Башҡортостандың мәҙәни йылъяҙмаһында тарихи һәм көтөп алынған ваҡиға.
Рәмзиә Кәримова



