Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе алдында Миг-29 УБ уҡыу-хәрби самолетына һәйкәл ҡуйылды

Миг-29 истребителенә һәйкәл ҡуйыу буйынса проект Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың шәхси ярҙамы менән тормошҡа ашырылған. Самолет Санкт-Петербург заводында эшләгән 2-се сериялы РД-33 двигателдәре менән йыһазландырылған.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә ундай двигателдәрҙе етештереү 2022 йылда үҙләштерелгән. Хәрби самолет ремонттан һуң Өфөгә Мәскәү эргәһендәге Кубинка ҡалаһынан килтерелгән. Ҡанатлы машинаны постаментҡа ҡуйыу берекмә хеҙмәткәрҙәре һәм авиаремонт заводы белгестәре көсө менән башҡарылған. Күкте яулауҙың тағы бер символы Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан Өфө халҡы өсөн ҙур бүләк.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә Су-29 самолеты өсөн двигатель етештереү яйға һалынды. Завод алдындағы майҙанда ҡуйылған бөтә истребителдәр ҙә Өфө двигателдәрендә оса.

Евгений Семивеличенко, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең идарасы директоры

Бынан алда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең кадрҙар бүлеге алдында Рәсәй авиацияһы ҡеүәттәрен күрһәткән СУ-25 Грач һәм СУ-27 самолеттары урын алды. Истребителдәрҙең двигателдәре үҙ класында иң ышаныслыһы тип таныла. Самолет тарихында моторҙың эшләмәүе менән бәйле бер генә һәләкәт тә булмай. Киләһе йылға берекмә алдында дүртенсе самолетҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ