Өфө ихаталарының береһендә совет заманы йырҙары яңғыраны һәм хәрби техника үтте. Был документаль фильм төшөрөү түгел. Башҡала үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн шәхси парад ойошторолдо. 97 йәшлек Ғаян Сәлихов һәм 87 йәшлек Людмила Цареградская сираттағы Еңеү көнөн көр кәйефтә ҡаршылай. Етеп килгән байрам менән ветерандарҙы БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ҡотланы.
Тере музыка, хәрби колонна һәм хөрмәтләү һүҙҙәре. Былар бөтәһе лә бөгөн тик улар өсөн. Ғаян Сәлихов һәм Людмила Цареградская - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары. Һуғыш башланғанда, Ғаян Әхиәр улына 14 йәш кенә булған. Бәлиғ йәшенә тиклем колхозда эшләй. 1942 йылдың авгусында повестка килгәс, кисектергеһеҙ хеҙмәткә алына.
Ә бына Людмила Цареградская өсөн Башҡортостан - икенсе Ватаны. Тәүгеһе - Ленинград. Һуғыш башланғанда, Людмила Васильевнаға 4 йәш булған. Атаһы фронтта һәләк була. Бәләкәй ҡыҙға Ленинград ҡамауы афәттәрен кисерергә тура килә. Бәхеткә күрә, ғаилә Үзбәкстанға эвакуацияланып өлгөрә.
Людмила Васильевнаның был иң ҡурҡыныс хәтирәләрен береһе. Афәтте совет халҡына йырҙар кисерергә ярҙам итә. Һуғыш заманы йырҙары хөрмәтле ветерандар өсөн яңғыраны. Парад концерты һәүәҫкәр артистар сығы менән генә сикләнмәне. Людмила Васильевна байрамда ҡатнашыусыларҙы йыр менән ҡыуандырҙы.
Ветерандар йәшәгән урамдан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, кадеттар, йәш армеецтар тигеҙ сафта үтте. Газ - 67, газ 69, «Москвич» кеүек еңел һәм юғары үтемле техника күрһәтелде. Совет заманына ҡайтҡандай булһалар ҙа, ветерандарҙың теләге бер: ул кисергәндәрҙе киләсәк быуындарға күререгә яҙмаһын.
Рәзилә Ғиниәтуллина






