Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Еңеү көнө» телемарафоны уҙа

Иртәгә, 9 майҙа, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Еңеү көнө» телемарафоны уҙа. Республиканың төп телеканалы байрам сараларын иртәнге сәғәт 8-ҙә күрһәтә башлай, тура эфир төнгө 11-ҙән һуң тамамлана.

Көн дауамында зәңгәр экрандарҙа рәсми саралар, махсус яңылыҡтар сығарылыштары, республика ветерандарының хәтирәләре күрһәтеләсәк. Сәғәт 10-да беҙҙең телеканалда Совет майҙанында һәм Еңеү паркында сәскә һалыу, артабан Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асыу тантанаһын ҡарай аласаҡ.

Тарихтан билдәле булыуынса ул тәүгеләрҙән Берлиндағы Рейхстаг бинаһына Еңеү байрағын күтәргән. Сәғәт 12-лә Өфөнөң Ленин майҙанында хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең тантаналы үтеүен тура трансляциялау була. Байрам программаһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында дауам итәсәк.

Тантаналы йыйылыш һәм байрам концерты сәғәт 3-тә башлана. Киске эфирҙа республиканың гитлер Германияһы менән көрәшкә индергән өлөшө тураһында яңы һәм билдәһеҙ факттар тәҡдим ителәсәк. Төнгө 11-ҙә тамашасылар Николай Басков һәм Лев Лещенко ҡатнашлығында байрам концертын ҡарай ала.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ