Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығы уңайынан Баймаҡ районында ла төрлө саралар үтә. Ҡаланың 2‐се мәктәбендә уҡыусылары һәм «Күбәләк» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн «Һалдат бутҡаһы», «Блокада икмәге» акциялары үтте.
Еңеү көнө - халҡыбыҙҙың иң бөйөк һәм ҡәҙерле байрамы икәнен үҫеп килеүсе быуын яҡшы аңлай. «Күбәләк» балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмө, 2-се мәктәптең «Орлята» класы, «Юнармеецтар» сафы уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышы геройы Александр Мотросов һәйкәле янында тантаналы митнгҡа йыйылды, яуҙа һәләк булған ветерандар иҫтәлегенә сәскәләр һалды, шиғырҙар һөйләне.
Шулай уҡ балалар өсөн һуғыш ваҡытында күргән ауырлыҡтар иҫтәлегенә «Һалдат бутҡаһы», «Блокада икмәге» акцияһы үтте. Белем усағы ашнаҡсылары бешергән ҡарабойҙай бутҡаһын, 125 граммлыҡ блокада икмәген барыһы ла тәмләп ҡараны.
Бөйөк Ватан һуғышы - оло тарихи ваҡиға. Уның тураһындағы хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлау, яугирҙарҙың ҡаһарманлығын киләсәк быуынға еткереү бик мөһим. Ошондай саралар уҡыусыларҙа Тыуған иленең үткәне менән ғорурланыу, намыҫ, рух кеүек сифаттар тәрбиәләүе йәһәтенән әһәмиәтле.
Раушания Рәхимова






