Салауат Зәйнетдинов менән Динар Нәсибуллин апрель аҙағында оҙон юлға сыҡҡан. Сәйәхәтселәр 2 мең 400 километр араны 23 көн эсендә үтергә ниәтләй. Баш ҡаланың Салауат Юлаев һәйкәленән ҡуҙғалғанда һауа торошо эҫе тора, әммә май байрамдарынан һуң көндәр ҡапы һыуыта. Был велосипедсыларға өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Егеттәр үҙҙәре менән тәүге кәрәк-яраҡ һәм төн үткәреү өсөн палаткалар алған. Әммә ямғыр яуған ваҡытта ҡунаҡханала ла ҡалырға тура килә. Бөгөнгә яҡташтарыбыҙ Һарытау өлкәһенә барып еткән.






