Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған парад үтте

Еңеүселәргә - дан һәм хөрмәт! Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған парад үтте. Тантаналы маршты трибунанан ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ һәм уларҙың ғаилә ағзалары, хәрби бәрелештәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары күҙәтте.

Тантаналы сараны асыу хоҡуғы байраҡсылар төркөмөнә бирелде. Баш ҡаланың Октябрь проспектында Өфө гарнизоны хәрбиҙәре, көс структуралары хеҙмәткәрҙәре, хәрби бәрелештәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, курсанттар һәм кадеттар тигеҙ сафҡа теҙелгән. Парад расчеттарының әҙерлеген билдәләп өс тапҡыр «Ура» ауазы яңғыраны.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ветерандарҙы, хәрбиҙәрҙе республика халҡын Еңеү байрамы менән ҡотлап, бөгөн Украинала нацизм менән ҡаһармандарса көрәш алып барылғанда - берҙәмлек һәм еңеүселәр быуыны менән өҙөлмәҫ бәйләнеш булыуы айырыуса тойола тине.

Команда бирелеү менән барабандар тауышы аҫтында 22 парад расчеты тигеҙ саф менән Октябрь проспекты буйлап ҡуҙғалды. Тантаналы маршта ҡатнашыу һәр кем өсөн оло ғорурлыҡ.

Хәрбиҙәрҙең тантаналы үтеүендә мең ярымдан ашыу кеше ҡатнаша. Бына улар ғорур аҙымдар менән алға бара. Рухландырыусы күренеш. Әйткәндәй, парадта быйыл «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының яугирҙары ла үтә. Улар тыуған яҡҡа ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Ә инде күкрәктәрендә дәүләт наградалары - орден-миҙалдар балҡый.

Радий Хәбиров үҙ ирке менән ил һағына баҫҡан яугирҙар менән ғорурланыуын билдәләне.

Парадта ҡатнашыу хоҡуғы иң яҡшыларға ғына бирелә. Һәр кем тыуған ил өсөн оло ғорурлыҡ кисерә.

Майҙандағы тантаналы маршҡа меңдәрсә кеше шаһит булды, георгий таҫмалары тағып, пилотҡа кейгән, ҡулдарына атай-олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотҡан еңеү вариҫтары өсөн Еңеү көнө - иң ҡәҙерле һәм көтөп алынған байрам.

Парадта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сығарылған һәм заманса хәрби техника ла үтте. Тантаналы сараны «Первушин» аэродром комплексының бәләкәй авиацияһы күрһәтмә сығыштары йомғаҡланы.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ